4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2012 йыл, 16:37

Әбйәлил районынан 20 йәш ғаилә торлаҡ сертификаттары алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Әбйәлил районында йәшәгән 20 йәш ғаилә торлаҡ һатып алыуға дәүләттән финанс ярҙам алды. Район хакимиәтендә 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Йәш ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡотланы.

– Ғаилә институтын яҡлау илебеҙ һәм республикабыҙҙың социаль сәйәсәтендә һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеш булды һәм булып ҡала. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында ғаилә абруйын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау шулай уҡ дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстар тип иғлан ителде. Бөгөн Әбйәлилдә йәшәгән 20 йәш ғаиләгә сираттағы ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ, — тип билдәләне Рим Сыңғыҙов.

Субсидияларҙың дөйөм суммаһы 9 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Субсидияның минималь күләме 332 220 һум тәшкил итһә, иң ҙур субсидия 569 520 һум күләмендә бирелде.