Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Иран сәнғәте көндәре үтәсәк

Йәмғиәт

М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалы менән ойошторолған Иран сәнғәте көндәре  Башҡортостан баш ҡалаһында 15-25 ноябрҙә үтә.

«Башинформ» агентлығына университеттан хәбәр итеүҙәренсә, Иран сәнғәте көндәре сиктәрендә өфөлөләр иран милли сәнғәт изделиелары, сувенир продукцияһы күргәҙмәһендә ҡатнашып, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса «Иран — әкиәт донъяһы» конкурсын ҡарай аласаҡ. Бынан тыш, ҡунаҡтарға Иран дәүләте тураһында фильм күрһәтәсәктәр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Иран сәнғәте көндәрен асыу тантанаһы Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалында 15 ноябрҙә үтә. Башлана – 11 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть