7 декабрь, Шаршамбы

14 ноябрь 2012 йыл, 14:42

Тимерйән Рәжәпов: «Яҡташтар» проекты һуғыш ветерандары араһынан күренекле кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк»

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Республикаһының «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» проектын хуплай һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға планлаштыра, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Союз рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

– Көндәлек мәшәҡәттәр араһында арабыҙҙа йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, ҡала һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр йәшәгәнен һәм эшләгәнен йыш ҡына күрмәйбеҙ. Уларҙы башҡа кешеләрҙән Ватанға ҡарата һөйөү һәм үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү теләге айырып тора, — тип билдәләне Тимерйән Рәжәпов. – Беҙҙең күп милләтле республикала йәшәгән хәрби хәрәкәттәр һәм локаль конфликттар ветерандары араһында лайыҡлы кешеләр әҙ түгел. Бындай ветерандар һәр беребеҙ өсөн өлгө булып тора, беҙ улар менән ғорурланабыҙ. «Яҡташтар» проекты һуғыш ветерандары араһынан бындай күренекле кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк, әлбиттә.