4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2012 йыл, 12:19

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусылар өсөн конкурс старт алды

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы РФ Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә юғары уҡыу йорттары студенттары, аспиранттары һәм 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылары араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы, шулай уҡ һайлаусыларҙың, һайлауҙы ойоштороусыларҙың, һайлау кампанияларында ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡи һәм сәйәси белемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса иң яҡшы эшкә конкурс үткәрә.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс эштәре Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссияларына тәҡдим ителергә тейеш. 2013 йылдың 20 февраленән дә ҡалмай эштәр фельдъегерь элемтәһе менән Рәсәй һайлау технологияларына уҡытыу үҙәгенә баһа биреү өсөн йүнәлтеләсәк.

Конкурс тураһында Положение Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған.