7 декабрь, Шаршамбы

14 ноябрь 2012 йыл, 11:47

Республикала Башҡортостан муниципаль берәмектәренең IV съезына әҙерлек бара

автор: Марина Шумилова

Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең IV съезының ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Унда әлеге форумға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышты ойоштороу комитеты рәйесе, республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов алып барҙы, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

БР муниципаль берәмектәренең IV съезы 14 декабрҙә Өфөлә үтә. Уның ойоштороу комитеты составына БР Президенты Хакимиәте, республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власы, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә.

Съезда республикала урындағы үҙидараны үҫтереүгә йомғаҡ яһаласаҡ һәм «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы эшмәкәрлегенә баһа биреләсәк. Сарала урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү, урындағы үҙидара проблемаларын тикшереү планлаштырыла.

Съезд сиктәрендә тематик күргәҙмә, шулай уҡ урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләрен яҡтыртҡан методик әҙәбиәт, баҫма матбуғат, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы менән сығарылған «Башҡортостандың муниципаль хәбәрсеһе» («Муниципальный вестник Башкортостана») гәзитенең презентацияһы ойоштороласаҡ.