4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2012 йыл, 11:24

Архангел районының Тирәкле ауылында мәсет төҙөләсәк

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт  Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Венера Шәрәфетдинова алдағы шәмбе, 17 ноябрҙә, Архангел районының Тирәкле ауылында мәсет төҙөү мәсьәләһе буйынса һайлаусылар менән осрашыу үткәрә. Осрашыу алдынан ауыл халҡы араһында был идеяның актуаллеге һәм төҙөлөш урынын һайлау буйынса һорау алыу үткәрелгән. Әлегә иһә мосолмандар элекке магазин бинаһында йыйылып, ғибәҙәт ҡыла.

Мәсет төҙөү башланғысы менән Тирәкле ауылында тыуып үҫкән депутат үҙе сығыш яһаған. Венера Шәрәфетдинова төҙөлөшкә бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә ала. Шул уҡ ваҡытта районда халыҡтан да аҡса йыйыласаҡ.