11 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2012 йыл, 10:24

«Китап» нәшриәте төбәктең көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмәһен ойошторасаҡ

автор: Любовь Колоколова

14-18 ноябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған саралар сиктәрендә улар Баймаҡ, Бөрйән райондарына барырға ниәтләй. Тәҡдим ителәсәк яңы китаптар араһында Яңыбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» роман-дилогияһы, «Парижды ла күрҙек беҙ...» («И Париж видали мы...») фотоальбомы, балалар өсөн «Любезники любизар» китабы, шулай уҡ Башҡортостандың билдәле яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, 2013 йылға Башҡортса дини календарь һәм башҡа бик күп китаптар бар, тип хәбәр иттеләр «Китап» нәшриәтенән.