7 декабрь, Шаршамбы

13 ноябрь 2012 йыл, 17:30

Өфөлә бер эшсегә дүрт вакантлы урын тура килә

автор: Галина Бахшиева

Әлеге ваҡытта Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә иҫәптә торғандарҙың 38 проценты – юғары белемле, 25,5 проценты – урта һөнәри белемле, 15,5 проценты – башланғыс һөнәри белемгә эйә, тип хәбәр итте 13 ноябрҙә матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов.

Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң хеҙмәт баҙарында элеккесә эшсе һөнәрҙәре талап ителә. Баш ҡаланың хеҙмәт биржаһындағы мәғлүмәт базаһында эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансиялар дөйөм вакантлы урындарҙың 84 процентын тәшкил итә.

— Өфөлә арматурасы, бетонсы, ташсы, балта оҫтаһы, маляр, иретеп йәбештереүсе, токарь, электрогазосварщик, шулай уҡ автомобиль йөрөтөүсе, кондуктор, урам һепереүсе, юл хеҙмәткәре, һатыусы, ашнаҡсы һәм кондитерҙарға ихтыяж ҙур. Бынан тыш хеҙмәт баҙарында төрлө йүнәлештәге агенттар, бала баҡсаларына тәрбиәселәр, менеджерҙар, шәфҡәт туташтары һәм инженерҙар талап ителә, — тине Рәмил Дилмөхәмәтов.

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Николай Окунев журналистарға хәбәр итеүенсә, бер эшһеҙ өфөлөгә әлеге ваҡытта уртаса икешәр вакансия тура килә. Шул уҡ ваҡытта бер эшсегә Өфөлә дүрт вакантлы урын тура килә, тип билдәләне ул.