7 декабрь, Шаршамбы

13 ноябрь 2012 йыл, 16:35

Башҡортостан баш ҡалаһында Көньяҡ Урал рәссамдарының күргәҙмәһе асыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

16 ноябрҙә Өфө художество галереяһында «Рәсәй Рассамдар союзы» йәмәғәт ойошмаһы Силәбе төбәк бүлексәһенең һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асыла.

Күргәҙмә – Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһе рәссамдарының яуап визиты. Яҙ көнө Башҡортостандың һынлы сәнғәт оҫталары Силәбелә булып ҡайтҡайны.

«Рәсәй Рассамдар союзы» бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Силәбе төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, экспозицияла беҙҙең аранан киткән оҫталарҙың ижади мираҫынан, бөгөнгө рәссамдарҙың оҫтаханаларынан, шулай уҡ Силәбе һынлы сәнғәт музейынан графика, һынлы сәнғәт, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләренән 200-гә яҡын эш тәҡдим ителәсәк.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы 17 сәғәттә башлана.