9 декабрь, Йома

13 ноябрь 2012 йыл, 16:06

2013 йылдың 1 июленән йылылыҡ энергияһына һәм һыу менән тәьмин итеүгә тарифтар артасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2013 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә йылылыҡ энергияһына һәм һыу менән тәьмин итеүгә тарифтар артасаҡ. Йылылыҡ энергияһына хаҡтар 2,7-19,6 процентҡа артһа, һыу менән тәьмин итеүгә тарифтар 5,9 проценттан алып 25,2-гә тиклем артасаҡ – һәр төбәктә хаҡтарҙы үҙ аллы билдәләйәсәктәр, тип хәбәр иттеләр Тарифтар буйынса федераль хеҙмәттән.

2013 йылдың тәүге ярты йыллығында тарифтарҙы арттырыу ҡаралмай. 2013 йылдың 1 ғинуарынан алып шул уҡ йылдың 1 июленә тиклем 2012 йылдың 31 декабрендә билдәләнгән хаҡтар һаҡланасаҡ.

темалар: тарифтар