3 декабрь, Шәмбе

13 ноябрь 2012 йыл, 15:33

Баш ҡалала йәштәр форумында милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә 16 ноябрҙә «Йәштәр араһында экстремизмды иҫкәртеү һәм толерантлыҡ идеяларын пропагандалау» темаһына республика форумы үтә. Уның сиктәрендә төбәктә этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр, йәштәр араһында толерантлыҡ тәрбиәләү, экстремизмға ҡаршы көрәш саралары тикшереләсәк.

Форумда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, төрлө конфессиялар, милли-мәҙәни берләшмәләр, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары вәкилдәре, БР муниципаль берәмектәренең йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Пленар ултырыштан тыш, төрлө темалар буйынса секциялар ойоштороласаҡ.

Форум Октябрь революцияһы, 3а адресы буйынса М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 202-се бүлмәлә үтә. Башлана – 11 сәғәттә.

Сараны ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡорт дәүләт педагогия университеты сығыш яһай.

темалар: форумдар