11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2012 йыл, 15:09

Өфөлә производствола зыян күргән кешеләр автомобилдәрҙән асҡыстар аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Шаршамбы, 14 ноябрҙә, республикала йәшәгән, производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан зыян күргән 31 кешегә автомобилдәрҙән асҡыстар тапшырыласаҡ.

«Башинформ» агентлығына РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, махсус автомобилдәрҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн барыһы ла ҡаралған.

Буласаҡ водителдәргә документтар пакетын РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов тапшырасаҡ.

Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан зыян күргән кешеләрҙе автомобилдәр менән тәьмин итеү бындай кешеләрҙе социаль реабилитациялауҙың бер төрө булып тора, ул «Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалау тураһында»ғы Федераль закон менән ҡаралған.

Сара Петергоф урамы, 5 адресы буйынса «ДвимАвто» биләмәһендә үтә. Башлана – 11 сәғәттә.