Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

2013 йылда Өфөлә биш ер аҫты үткәүеле төҙөлә башлаясаҡ

Йәмғиәт

2013 йылда Өфөлә йәйәүлеләр өсөн биш ер аҫты үткәүеле төҙөлә башлаясаҡ. Уларҙың дүртәүһе Октябрь проспектында («Р.Ғәрипов исемендәге гимназия», «Мир» фирмаһы», икәүһе – «Спорт» туҡталыштарында) урынлашасаҡ. Шулай уҡ «Актерҙар йорто» туҡталышында Пушкин урамы аша үткәүел төҙөләсәк. Әлеге ваҡытта «Өфө-Аэропорт» юлында ла йәйәүлеләр өсөн ике ер өҫтө үткәүелен төҙөү проекттары экспертиза үтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостан баш ҡалаһында «Дан бульвары» һәм «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталыштарында ике ер аҫты үткәүеле төҙөлә башланы ла инде. Уларҙы 2013 йылдың өсөнсө кварталыда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

2025 йылға тиклем Өфөнө үҫтереү буйынса генераль планда йәмғеһе 30-ҙан ашыу ер өҫтө һәм ер аҫты үткәүелен төҙөү ҡаралған.

Теги: төҙөлөш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть