10 декабрь, Шәмбе

13 ноябрь 2012 йыл, 11:39

Баш ҡалала «Үҙгәрештәр еле» бөтә Рәсәй заманса хореография фестивале үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

15-17 ноябрҙә Өфөлә «Үҙгәрештәр еле» бөтә Рәсәй заманса хореография фестивале үтә.

Иң яҡшы бейеүселәр түбәндәге ике номинация буйынса билдәләнәсәк: заманса бейеү (джаз, модерн, контемпорари, ирекле пластика) һәм эстрада бейеүе (шоу, диско, street dance, стилизация).

Жюри составында – Силәбе заманса бейеү театрының хореограф-педагогы Ольга Пона, Һамар дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының заманса бейеү кафедраһы мөдире Виктор Брыкин, Ҡазандағы «Пантера» камерный балетының художество етәксеһе һәм балетмейстеры Наил Ибраһимов, «Dance Empire» заманса хореография мәктәбе етәксеһе Ярослав Францев.

Конкурстан тыш, фестивалдә заманса һәм эстрада бейеү коллективтары етәкселәре һәм башҡарыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

Әлеге фестивалдә Пермь, Новосибирск өлкәләренән, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Екатеринбург, Магнитогорск, Силәбе, Благовещен, Бөрө һәм Өфө ҡалаларынан йәмғеһе 19 коллектив ҡатнашасаҡ.

темалар: фестивалдәр