11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2012 йыл, 11:07

Башҡортостан делегацияһы «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһы форумында ҡатнашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

14 ноябрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһына 10 йыл тулыуға арналған саралар асыла. Шаршамбы – ойошма форумы, кесе йома – сираттағы съезд, йома – Рәсәй Һаҡлыҡ банкы ҡатнашлығында бәләкәй бизнес менән эшләү буйынса кәңәшмә, артабан «Рәсәй терәге» Идараһы ултырышы ойошторола.

Сараларҙа «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Мусин етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша.

Форум сиктәрендә төрлө темалар буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары үткәреләсәк. Унда профилле федераль министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил эксперттары, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Йәмәғәт ойошмаһы съезында делегат булараҡ Башҡортостандан биш кеше, шул иҫәптән «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Мусин һәм башҡарма директор Тимур Лоҡманов ҡатнашасаҡ.