4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2012 йыл, 10:33

Бөрөлә мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезына арналған түңәрәк өҫтәл үтәсәк

автор: Людмила Терновая

Бөрөлә 7 декабрҙә мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезына 95 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Унда тарихсылар, этнологтар, милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге белгестәр, Башҡортостан Республикаһы һәм Мари Иленең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезының әһәмиәтлелеген, Башҡортостан менән Мари Иле араһындағы хеҙмәттәшлекте, мари халҡының мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау һәм үҫтереү тәжрибәһен тикшереү сараның төп маҡсаттары булып тора.

1917 йылда Урал һәм Волга буйында йәшәгән мари халҡы вәкилдәре Бөрөлә үҙҙәренең беренсе Съезына йыйыла. «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Павел Бикмурзин һүҙҙәренсә, был мөһим ваҡиғаның уникаль материалдары әлеге көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.

— Мари халҡының беренсе Бөтә Рәсәй съезы үткән бина әлегә тиклем һаҡланған, — тине Павел Бикмурзин. – Ул йортта хәҙер иҫтәлекле таҡтаташ урынлаштырылған. Съезда мари халҡының тормошон үҙгәртеүгә булышлыҡ иткән мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән. Документтар, шул иҫәптән съезд стенограммаһы яҡшы һаҡланып ҡалған.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә мари рәссамы Георгий Калитовтың арт-проекттар күргәҙмәһен ойоштороу планлаштырыла, шулай уҡ рәссам «Бөгөнгө сәнғәт һәм йәштәр» доклады менән сығыш яһаясаҡ.