4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ноябрь 2012 йыл, 9:39

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев блогерҙар менән осрашасаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың блогерҙар менән осрашыуы кесе йома, 15 ноябрҙә, үтә. Был хаҡта Башҡортостан парламенты спикеры «Живой журнал»дағы үҙенең блогы аша хәбәр итте.

— Йәнә бер осрашыу үткәреү идеяһы йәй көнө үк барлыҡҡа килгәйне, — тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат үҙәге етәксеһе Илгиз Абдуллин. – Әммә йәйге отпускылар айҡанлы уны күсерергә ҡарар ителде. Осрашыуға фекер алышыуҙарҙа әүҙем ҡатнашҡан блогерҙар саҡырыласаҡ. Көн тәртибе аныҡ ҡына билдәләнмәй, темаларҙы интернет менән ҡулланыусылар үҙҙәре формалаштыра.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Константин Толкачевтың блогерҙар менән тәүге осрашыуы февралдә үткәрелгәйне. Шулай уҡ интернет-конференция ойошторолдо, унда Дәүләт Йыйылышы рәйесе онлайн режимда «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе.

темалар: интернет