9 декабрь, Йома

12 ноябрь 2012 йыл, 17:14

Баш ҡалала йылдың иң тәмле күргәҙмәһе асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

14-16 ноябрҙә Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромы алдындағы майҙанда XVIII «ПродУрал. Төрөү материалы» төбәк-ара күргәҙмәһе үтә.

Форум БР Ауыл хужалығы министрлығы, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы һәм «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге менән ойошторола.

Күргәҙмәлә илдә етештерелгән аҙыҡ-түлек продукттары, эсемлектәр, аҙыҡ-түлекте ҡаптарға төрөү ҡорамалдары һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк. Йыл һайын Өфөлә ойошторолған был күргәҙмә Урал-Волга буйы төбәгендә иң ҙур һәм абруйлы сараларҙың береһе булып тора.  

Быйыл күргәҙмәлә Башҡортостандан ғына түгел, Түбәнге Новгород, Ярославль, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙан вәкилдәр ҡатнашасаҡ.

Сараның эшлекле программаһында семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр, эш осрашыуҙары һәм презентациялар ҡаралған. Программа сиктәрендә «Күргәҙмәләге иң яҡшы продукт» профессиональ дегустация конкурсы үткәреләсәк.