8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2012 йыл, 16:16

Учалынан 34 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алды

автор: Людмила Терновая

Учалы районы хакимиәтендә 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алыу өсөн сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Сертификат алған йәш ғаиләләрҙе хакимиәт башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ҡотланы.

— Ғаилә институтын яҡлау илебеҙ һәм республикабыҙҙың социаль сәйәсәтендә һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеш булды һәм булып ҡала, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы. – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында ғаилә абруйын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау шулай уҡ дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстар тип иғлан ителде. Бөгөн, исемле йылға тәүге йомғаҡтар яһалғанда, Учалыла йәшәгән 34 йәш ғаиләгә сираттағы ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ.

Субсидияларҙың дөйөм суммаһы 16 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Субсидияның минималь күләме 332 220 һум тәшкил итһә, иң ҙур субсидия 578 160 һум күләмендә бирелде.