Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә эш хаҡының үҫеш темптары уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ

Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡының үҫеш темптары уртаса Рәсәй кимәленән юғарыраҡ.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылдың туғыҙ айында уртаса айлыҡ эш хаҡы 14,7 процентҡа артып (Рәсәй буйынса был күрһәткес14,4 процентҡа тиң), 19600 һум тәшкил иткән.

Министрлыҡтан билдәләүҙәренсә, эш хаҡын арттырыу өсөн иҡтисадтың реаль секторында эш хаҡы квартал һайын тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары артыуына ҡарағанда йылдамыраҡ темптарҙа индексациялана. Шулай итеп, ағымдағы йылдың 1 октябренән тариф ставкалары 11 прооцентҡа артҡан.

Шул уҡ ваҡытта айырым иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәрендә эш хаҡының һүлпән темптарҙа артыуы эш хаҡының уртаса республика күләменә йоғонто яһай. Тәү сиратта һүҙ полиграфия эшмәкәрлеге предприятиелары, электр ҡорамалдарын етештереү, транспорт һәм элемтә, төҙөлөш, күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү өлкәләре, шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса ойошмалар хаҡында бара.

Республиканың дәүләт һәм муниципаль учреждениеларында эш хаҡы кимәле буйынса квартал һайын үткәрелгән күҙәтеү һөҙөмтәләренә ярашлы, 2012 йылдың туғыҙ айында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы, 2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 21,6 процентҡа артып, 13318 һум тәшкил иткән. Шулай итеп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ул 26,5 процентҡа артып, 16782 һумға еткән, мәғариф өлкәһендә – 19 процентҡа (12006 һум), спорт учреждениеларында – 18,4 процентҡа (10353), мәҙәниәт һәм сәнәғәт учреждениеларында – 16,4 процентҡа (9511), социаль сәйәсәт өлкәһендә 11,8 процентҡа артып, 9689 һум тәшкил иткән.

Шул уҡ ваҡытта эш хаҡы кимәле буйынса Башҡортостан элеккесә уртаса Рәсәй кимәленән яҡынса 24 процентҡа артта ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть