10 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2012 йыл, 12:24

Рөстәм Хәмитов Толбазы үҙәк район дауаханаһының төҙөлөп ятҡан хирургия корпусын ҡараны

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Шәмбе, 10 ноябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Толбазы үҙәк район дауаханаһында булды. Республика башлығы билдәләүенсә, төҙөлөш эштәре бик яй алып барыла. Президент төҙөүселәр алдына ике аҙна эсендә эштәрҙе тамамлау бурысын ҡуйҙы.

Дауаханаға эш сәфәре барышында бындай объекттар төҙөлөшөн тотҡарлап торған бюрократик ҡаршылыҡтар тураһында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, быларҙың барыһы ла сроктарҙың үҙгәреүенә һәм аҡса юғалтыуға килтерә.

Объект 2003 йылда төҙөлә башлаған. Стәрлетамаҡ менән Өфө араһындағы 120 километрлыҡ юлда «фажиғәләр медицинаһы» йүнәлеше буйынса бер генә медицина учреждениеһы ла юҡ. Шуға күрә бында заманса медицина корпусын асыу ихтыяжы килеп тыуған да инде. Шул уҡ ваҡытта район аша ҙур федераль трасса үтә. Тәүлек эсендә генә бында 10-11 мең машина үтә. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Марат Ишемғолов һүҙҙәренсә, әлеге дауахананың хирургия корпусында дауаланған кешеләрҙең 85 процентын юл-транспорт фажиғәләрендә зыян күргәндәр тәшкил итә.

Төҙөлөштө башлағанда 8 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, әммә 2006 йылда төҙөлөш туҡтатылған. Корпустың икенсе ҡаты тик 2009 йылда төҙөлгән. Ул ваҡытта тейешле 160 миллион һумдың ни бары 23 миллионы ғына үҙләштерелгән. Район башлығы әлеге мәсьәлә менән Президентҡа мөрәжәғәт иткән һәм 2011 йылда төҙөлөш эштәре тергеҙелгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 105 миллион һум үҙләштерелгән. Баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Виталий Тарасов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта объект файҙаланыуға тапшырыуға әҙер тиерлек. Яңы хирургия корпусы 35 урынға иҫәпләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында травматология бүлеге, реанимация һәм ике операция бүлмәһе урынлашасаҡ. Әлеге корпус кадрҙар менән дә тәьмин ителәсәк. «Земство табибы» программаһы буйынса Үҙәк район дауаханаһына 20 йәш табип килгән.