8 декабрь, Кесе йома

12 ноябрь 2012 йыл, 11:26

Республика Президенты реконструкциянан һуң асылған Спорт һарайын тикшерҙе

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Йома, 9 ноябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов реконструкциянан һуң асылған Өфөнөң Спорт һарайын тикшерҙе.

Рөстәм Зәки улы яңы матбуғат үҙәгендә булды, боҙ аренаһын ҡараны.

— Өфөнөң Спорт һарайы 45 йыл элек төҙөлгән. Бындай ҙур ремонт тәүгә үткәрелде, — тип билдәләне Президент. — «Башнефть» компанияһы ваҡытында ҙур ярҙам күрһәтте. Шуға күрә әлеге компания етәкселәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Улар 400 миллион һумға яҡын ресурстар таба алды. Эштәр тиҙ башҡарылды: туғыҙ ай эсендә Спорт һарайының яңы варианты булдырылды. Башҡарылған эштәрҙең сифаты барлыҡ спортсыларҙы ла ҡәнәғәтләндерер, тип уйлайым.

Республика Президенты билдәләүенсә, яңы Спорт һарайының боҙон алдағы ваҡытта донъяның йәштәр командалары ғына түгел, ә 2013 йылдың февралендә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары барышында йәш спортсылар ҙа һынап ҡараясаҡ. Бынан тыш, Өфөлә өлкәндәр араһында ла донъя чемпионатын үткәреү хаҡында уйларға була, тине Рөстәм Хәмитов.