9 декабрь, Йома

09 ноябрь 2012 йыл, 17:58

Республикала 3261 күп балалы ғаилә бушлай ер участкалары алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан парламентарийҙары Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ултырышында өс һәм унан да ашыу балиғ булмаған бала тәрбиәләгән граждандарға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүлеү процесын тикшерҙе. Был категория граждандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхси контролендә. Норматив-хоҡуҡи база формалаштырылған, участкалар бер тапҡыр һәм бушлай бирелә.

Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда йәшәгән 3261 күп балалы ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 706 ғаилә йорт төҙөү өсөн торлаҡ алған. Заявка биргән граждандарҙың 23,7 проценты участкалар менән тәьмин ителгән. Әлеге ваҡытта республикала 35730 күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙан 13586 ғаилә участка алыуға заявка бигән.

Депутаттар был законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә үҙләштерелгән средстволар күләмен тикшерҙе. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика бюджеты менән бүленгән 67,7 милион һумдан 18 миллион 951 мең һум үҙләштерлгән.

Ултырышта билдәләнеүенсә, иҫәпкә торған ғаиләләр һаны аҙна һайын 150-200 кешегә арта.

Ер участкалары етешмәү мәсьәләһе республикала ауылдарҙың сиктәрен киңәйтеү юлы менән хәл ителә. Шулай итеп, 2012 йылда Башҡортостан ауылдары 4424 гектарға ҙурайтылған.

Парламентарийҙар бүленгән участкаларға инженерлыҡ коммуникацияларын үткәреү проблемаһын күтәрҙе. Был мәсьәләне хәл итеү муниципалитеттар иңенә төшә, әммә финанс яҡтан улар мәсьәләне хәл итә алмаясаҡ.

— Проблеманы комплекслы хәл итеү зарур, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе Франис Сәйфуллин. – Әгәр инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреү мәсьәләһен республика кимәлендә маҡсатҡа ярашлы хәл итмәһәк, йорт һалыу урынына кешеләр участкаларын һата башлаясаҡ.