11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2012 йыл, 17:11

Башҡортостан райондарында БР бизнес-омбудсменының ярҙамсылары эш башлаясаҡ

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан райондарында республикала эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт эшмәкәрҙәре эш башлаясаҡ. Ошо көндәрҙә уларға тейешле танытмалар тапшырылды, тип хәбәр иттеләр БР бизнес-омбудсмены аппаратының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары институты «Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында»ғы БР законына ярашлы булдырыла. Белоретта ярҙамсылар менән осрашыу барышында Рафаил Ғибәҙуллин билдәләүенсә, төбәктең барлыҡ муниципаль берәмектәрендә эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаларын булдырыу үтә мөһим, сөнки был граждандарҙың мөрәжәғәттәренә тиҙ арала яуап биреү, бизнес вәкилдәренең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү буйынса хәлде контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.

Бизнес-омбудсмен Әбйәлил, Архангел, Балаҡатай, Белорет, Йылайыр, Ҡыйғы, Салауат, Учалы, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһынан йәмәғәт ярҙамсыларына танытмалар тапшырҙы. Бынан һуң улар өсөн махсус семинар ойошторолдо.