10 декабрь, Шәмбе

09 ноябрь 2012 йыл, 14:42

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан һәр ваҡыт илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булды һәм булып ҡала»

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, 2012 йылда Башҡортостанда ярайһы ғына уңыш йыйып алынды.

— Башҡортостан һәр ваҡыт илдең алдынғы аграр төбәктәренең береһе булды һәм булып ҡала. Ҡоролоҡ арҡаһында быйыл, үткән йыл менән сағыштырғанда, уңыш наҡыҫыраҡ. Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығының тулайым продукция күләме республикала 82,3 миллиард һум тәшкил итте. Былтырғы кимәл менән сағыштырғанда, был ни бары 81,7 процент тәшкил итә, -  тип билдәләне 8 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында үткән БР Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Әммә быға ҡарамаҫтан, республика аграрийҙары һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алды. Шулай итеп, 2012 йылда төбәктә ике миллион тоннаға яҡын иген, 930 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 140 мең тонна көнбағыш, 900 мең тонна картуф һәм 260 мең тоннанан ашыу йәшелсә йыйып алынды.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, иң күп иген Стәрлетамаҡ, Илеш, Саҡмағош, Дүртөйлө, Ауырғазы, Туймазы һәм Мәләүез райондарында йыйып алынған.

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөн етештереү элеккесә килемле тармаҡ булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. Шишмә, Благовар, Ҡырмыҫҡалы һәм Бүздәк райондары хужалыҡтары мул уңыштарға өлгәшеп, быны тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.

Бынан тыш, йыл башы менән сағыштырмаса, Башҡортостанда эре мал һаны – 4 процентҡа, һарыҡ һәм кәзәләр һаны – 10 процентҡа, аттар һаны 9 процентҡа артҡан. Был ваҡыт эсендә республикала 1,5 миллион тонна һөт етештерелгән.

— Республикала һөт малсылығын үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ. Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Саҡмағош, Өфө һәм Тәтешле райондары аграрийҙары һауым буйынса дүрт меңлек сикте уҙған, — тине Рөстәм Хәмитов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һөт-тауар фермаларын яңыртыу маҡсатында 2012 йылдың яҙынан алып Башҡортостанда «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һөт комплекстарын реконструкциялау буйынса бындай эшмәкәрлеккә республика илдә беренселәрҙән булып тотондо.

Әлеге ваҡытта программала 60 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнаша. 60-тан ашыу ферманы реконструциялауға бәйле сығымдарҙың дөйөм күләме өс миллиард һумдан ашты.

Быйыл республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ете миллиард һум аҡса йүнәлтеү плланлаштырыла. Уларҙың 4,2 миллиарды – республика бюджетына, 2,8 миллиарды федераль бюджетҡа тура килә. Бөгөнгө көнгә агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә биш миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

— Дәүләт ярҙамын күрһәтеүҙә Башҡортостан маҡсатлы программаларға баҫым яһай. Уларҙы ғәмәлләштереү сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ, малсылыҡ, йәнлекселек кеүек ауыл хужалығының айрым тармаҡтарын үҫтерергә мөмкинлек бирә. Программаларҙы федераль һәм республика бюджеттарынан финанслауҙың дөйөм күләме 300 милион һумға етә, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, бөгөн агросәнәғәт комлексындағы ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күпселек йәһәттән тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеүҙән тора. Әлеге ваҡытта БР агросәнәғәт комплексында 37 миллиард һум суммаға төрлө йүнәлештәр буйынса 16 ҙур проект тормошҡа ашырыла. Президент билдәләүенсә, был эшмәкәрлекте территорияларҙың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу йәһәтенән үҫтереү зарур.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн, төбәктә артабан да мөмкин булғандың барыһы ла эшләнәсәк.