11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2012 йыл, 13:01

Баш ҡаланың Октябрь районы ветерандары өсөн Өсөнсө быуын халыҡ университеты асыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ҡала Советы депутаты Светлана Николаева Өфө ҡалаһы Октябрь районы ветерандары менән осрашты. Сара «Юлаевсы» үҫмерҙәр клубында үтте, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.

Ветерандар үҙҙәрен борсоған төрлө мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты. Тәү сиратта, уларҙы микрорайонда алып барылған төҙөлөш эштәре хафаға һала. Яңы йорттар төҙөгәндә балалар майҙансыҡтары, ағастар зыян күрмәһен, тип борсола ветерандар. Шулай уҡ ололар бындай осрашыуҙарҙың улар йәшәгән урынға яҡын булған үҙәктәрҙә үткәрелеүен теләне.

Депутат, үҙ сиратында, ветерандарҙың тормошон ҡыҙығыраҡ итеү, яҡшыртыу буйынса айырым тәҡдимдәре менән бүлеште. Һүҙ микрорайон халҡы өсөн Өсөнсө быуын халыҡ университетын асыу хаҡында бара. Өлкән кешеләрҙе шулай уҡ Өфө буйлап экскурсиялар ҙа ҡыҙыҡһындыра. Уларҙың был теләген депутат хупланы.

Светлана Николава һүҙҙәренсә, бындай экскурсияларҙы үткәреү мөмкинлеге бар һәм алдағы арала улар мотлаҡ ойоштороласаҡ.

— Әлеге беҙҙең осрашыу – бик яҡшы башланғыс. Бындай саралар матур йолаға әүерелергә тейеш, — тине Светлана Николаева.

темалар: ҡала советы