8 декабрь, Кесе йома

09 ноябрь 2012 йыл, 12:11

Башҡортостан Президенты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» проектына юғары баһа бирҙе

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» проекты киң танылыу яуланы. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов 8 ноябрҙә Республика йортонда үткән агросәнәғәт комплексының алдынғы вәкилдәрен тәбрикләү тантанаһында, проект менән таныштырып, уға юғары баһа бирҙе.

— «Берҙәм Рәсәй» партияһы яңы проектты ғәмәлгә индереү тураһында хәбәр итте. Исеме лә күркәм – «Яҡташтар», — тине Президент. — Беҙҙең арала йәшәгән кешеләр араһынан заман геройҙарын һайлап алыу, район, республика, тотош ил тормошона ҙур өлөш индергән кешеләрҙе билдәләү – ул бик яҡшы идея. Ысын геройҙарҙың исемдәре барыһына ла билдәле булырға тейеш. Республикалағы һәр райондың, һәр ҡаланың тарихын шәхестәр йөҙөндә булдырырға бурыслыбыҙ, сөнки тарихты айырым кешеләр, беҙҙең яҡташтар, ысын патриоттар булдыра. Патриотизмдың бәләкәй Ватанға ҡарата һөйөүҙән башланыуына ышанам. Проект кешеләр хәтерендә ҡәҙерләп һаҡланған, ғорурлығыбыҙҙы тәшкил иткән шәхестәрҙе асыҡлауға булышлыҡ итәсәк. Ошо рәүешле быуындар бәйләнеше һәм күсәгилешлелеге нығыясаҡ, ә был – бик мөһим бурыс. Әле өҫтөнлөктәрҙе билдәләгәндә иң элек һәр эштең иҡтисади яғына әһәмиәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта һәр дәүерҙә кешене ниндәй ҙә булһа батырлығы өсөн ихтирам иткәндәр, өлгө итеп ҡуйғандар. Был ихтирам – әхлаҡи баһа, бүләк. Уны аҡсаға һатып алып булмай. Минеңсә, йәмәғәтселектә танылыу яулау матди байлыҡҡа ҡарағанда мөһимерәк.

Рөстәм Хәмитов «Яҡташтар» проектын «ваҡытында ҡабул ителгән мөһим проект» тип атаны һәм уны ихлас хуплауы тураһында белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект менән 6 ноябрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов таныштырғайны.