9 декабрь, Йома

09 ноябрь 2012 йыл, 11:33

Өфөлә республиканың Һаулыҡ һаҡлау буйынса советы ултырышы үтәсәк

автор: Сергей Захаров

9 ноябрҙә, Башҡортостан Президенты бойороғо буйынса, республиканың Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү буйынса советының сираттағы ултырышы үтә.

Ултырыштың пленар өлөшө баш ҡаланың Конгресс-холында үтәсәк, ул төбәктәге демографик хәлгә һәм уны яҡшыртыу буйынса сараларға арнала.

Бөгөн иһә түңәрәк өҫтәлдәр сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре, власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәре муниципалитеттарҙа халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыуға, шулай уҡ тапшырылған вәкәләттәр шарттарында башҡарма власть органдары һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерәсәк, Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға яҡынса йомғаҡ яһаясаҡ.

Йыл һайын үткәрелгән күсмә ултырыштар иғтибарҙы райондарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтергә мөмкинлек бирә. Республика бюджеты средстволары иҫәбенә урындарҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениелары реконструкциялана, яңы объекттар төҙөлә, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.