11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2012 йыл, 11:00

Мәләүез районында Ҡамбулат ауылы тергеҙелә

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда 1992 йылда бөтөрөлгән ауыл ҡайтанан тергеҙелә. Республика Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты ултырышында «Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районында географик объект булдырыу тураһында»ғы закон проекты тикшерелде.

Ҡамбулат ауылына 1730 йылда нигеҙ һалынған. 1795 йылғы бишенсе ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 11 йорт булған, уларҙа 73 кеше йәшәгән. Ҡамбулат әлеге Мәләүез районы Ергән ауыл советының иң боронғо ауылдарының береһе булып тора. 1956-1966 йылдарҙа ауыл әүҙем үҫешә, унда йәшәгән кешеләрҙең күпселеге яңы йорттар һалып сыға. Ул ваҡытта унда ике йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Үткән быуаттың 70-се йылдарында байтаҡ кешеләр Ергән һәм Йомаҡ ауылдарына күсеп китә. 1992 йылда Ҡамбулат ауылы район Советы президиумы ҡарары менән теркәү иҫәбенән алына. Бөгөн ауыл халҡы умартасылыҡ, баҡса үҫтереү, ҡош-ҡорт, мал аҫрау менән шөғөлләнә. Шулай ҙа улар ауыл статусы булмағанлыҡтан шәхси хужалыҡтарын хосуси милеккә күсерә алмай.

Ҡамбулат ауылында халыҡ һаны артыу һәм ауылды үҫтереү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеү сәбәпле, шулай уҡ халыҡ фекерен иҫәпкә алып, Мәләүез районы муниципаль район Советы тарихи исемен ҡайтарыу, Ҡамбулат ауылын тергеҙеү һәм уға ауыл статусы биреү тураһында башланғыс менән сығыш яһаны.

БР Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты был закон сығарыу башланғысын хупланы һәм уны республика парламенты Президиумына тикшереүгә йүнәлтергә ҡарар итте.