3 декабрь, Шәмбе

09 ноябрь 2012 йыл, 9:59

Рөстәм Хәмитов РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

8 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөгә эш визиты менән килгән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов менән осрашты. Осрашыуҙа әсәлек һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре, күп балалы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү юлдары тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов менән Павел Астахов 2013 йылда Өфөлә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләре хаҡында һөйләште.

— Бала хоҡуҡтары темаһына ярайһы уҡ ҙур иғтибар бүләбеҙ. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙамға, артабан нисек эш итеү буйынса тәҡдимдәрегеҙгә иҫәп тотабыҙ. Үҙебеҙҙә эште әүҙем алып барабыҙ, был тема алғы планда тора. Әлбиттә, ҡулыбыҙҙан килгәнсе матди, ойоштороу һәм идара итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Яйлап алға табан барабыҙ: балалар өсөн яңы үҙәктәр асыла, етем балалар өсөн торлаҡ, яңы поликлиникалар һәм перинаталь үҙәктәр төҙөлә. Бюджет дефициты шарттарында ла был өлкәнән ситләшергә ярамауын, балалар мәсьәләләрен тәү сиратта хәл итергә кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Быйыл республикала өс һәм унан да ашыу бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары күпләп бирелә башланы, тине Президент омбудсменға. Бынан тыш, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бушлай биреләсәк.

— Шуға күрә беҙ бүлергә тейеш 35 мең участканан тыш, йәнә 10-12 меңгә яҡын участка кәрәк буласаҡ. Быйыл яҡынса 5-6 мең участка бүлербеҙ, тип уйлайым. Әлбиттә, Өфөлә әлеге процесс ҙур ауырлыҡ менән бара, миллионлы ҡалаларҙы ер етешмәү мәсьәләһе борсой. Әммә беҙ проблеманы хәл итеү юлын таптыҡ. Һәм быйыл өс һәм унан да ашыу бала, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән тәүге мең ярым ғаилә сертификаттар аласаҡ. Республика буйынса был һан яҡынса 3,5-4,5 меңгә етә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер райондарҙа буш ятҡан ерҙәр күп, — тине Президент.

Павел Астахов, үҙ сиратында, Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне һәм был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.