Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Нефтекамала 22 йәш ғаилә торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәр алды

Сәйәсәт

Нефтекамала йәшәгән 22 йәш ғаилә торлаҡ һатып алыуға дәүләттән финанс ярҙам алды. Торлаҡ һатып алыу һәм йорт төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар ҡала хакимиәтендә тапшырылды. Бындай ярҙам федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә «Торлаҡ» айырым маҡсатлы федераль программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә күрһәтелде.

Нефтекама хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә ҡалала 1010 йәш ғаилә бындай түләүҙәр алыуға сиратта тора. Былтыр 10 йәш ғаилә 50 миллион һумдан ашыу суммаға социаль түләүҙәр алған. Быйыл программаға ингән ғаиләләр һаны икеләтә артҡан. Ярҙам итеү саралары бының менән генә сикләнмәй. Ағымдағы йылда йәнә 19 йәш ғаиләгә республика программаһы сиктәрендә финанс ярҙам күрһәтеү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть