7 декабрь, Шаршамбы

08 ноябрь 2012 йыл, 16:46

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иң яҡшы аграрийҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең агросәнәғәт комплексының иң яҡшы вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы 8 ноябрҙә Республика йортонда үтте. Төбәктең 30 аграрийы Салауат Юлаев орденына, «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәләренә, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталарына, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булды.

Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт секторының республика иҡтисадында һәм тотош илдә мөһим роль уйнауын билдәләне.

— Рәсәй төбәктәре араһында беҙ һөт, бал, ҡымыҙ етештереү, аттар һаны буйынса – беренсе, картуф, мал һәм ҡош-ҡорт ите етештереү буйынса – икенсе, иген культуралары, йомортҡа етештереү, кәзә-һарыҡтар һаны буйынса бишенсе урында торабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, быйыл республика аграрийҙары үҙҙәренең алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәне, тип айырыуса ғорурлыҡ менән билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Ун ай һөҙөмтәләре буйынса беҙҙә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмдәре 95 миллиард һумға етте. Уңыш буйынса рекордлы булған үткән йылға ҡарағанда, был ни бары 15 процентҡа кәмерәк, — тип хәбәр итте Президент.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республикала ауыл хеҙмәтсәндәренә етди ярҙам күрһәтелә: ауыл хужалығы эштәрен үткәреү өсөн яғыулыҡҡа хаҡтар кәметелде, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға средстволар бүленде. Аграрийҙар киләсәктә лә бындай ярҙамға иҫәп тота ала, тип ышандырҙы Президент. Илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында был айырыуса актуаль.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов тәбрикләнеүселәргә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» исемле яңы проекты тураһында һөйләне.

— Беҙҙең арала йәшәгән кешеләр араһынан заман геройҙарын һайлап алыу, район, республика, тотош ил тормошона ҙур өлөш индергән кешеләрҙе билдәләү – ул бик яҡшы идея. Ысын геройҙарҙың исемдәре барыһына ла билдәле булырға тейеш. Республикалағы һәр райондың, һәр ҡаланың кешеләр аша тарихын булдырырға бурыслыбыҙ, сөнки тарихты айырым кешеләр, беҙҙең яҡташтар, ысын патриоттар булдыра. Патриотизмдың бәләкәй Ватанға ҡарата һөйөүҙән башланыуына ышанам, — тине Президент.