5 декабрь, Дүшәмбе

08 ноябрь 2012 йыл, 15:29

Республика Президенты «Газпром нефтехим Салауат» компанияһын почет грамотаһы менән билдәләне

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн почет грамотаһы менән билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элегерәк компания ауыл хужалығы етештереүселәрен минераль ашламалар менән тәьмин иткәне өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хатына лайыҡ булғайны. Документта билдәләнеүенсә, предприятие, Рәсәй ашлама етештереүселәр ассоциацияһы менән билдәләнгән хаҡтарҙы арттырмайынса, минераль ашламаларҙы төбәк аграрийҙарына ҡулай хаҡтар буйынса һатҡан, республиканың төрлө зоналарында келәттәр булдырған, ашламалар компания транспорты менән килтерелгән.