Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында хайуандарҙың ҡотороҡ ауырыуы буйынса карантин индерелде

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә хайуандарҙың ҡотороҡ ауырыуы буйынса сикләү сараларын (карантин) индереү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Улар иҫәбендә – Белорет районы Әзекәй ауыл советы ауыл биләмәһенең Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы, Борай районы Әзәк ауыл советы ауыл биләмәһенең Әбдрәшбаш ауылы һәм Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советы ауыл биләмәһенең Килдеғол ауылы. Был ауылдарҙа ҡоторған ҡырағай хайуандарҙың кешеләргә ташланыу осраҡтары теркәлгән.

БР Ветеринария идаралығына карантин иғлан ителгән биләмәләрҙә хайуандарҙың ҡотороҡ ауырыуы таралыуын иҫкәртеү һәм ауырыу сығанаҡтарын бөтөрөү буйынса махсус комиссия булдырырға ҡушылды.

Указ үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаевҡа йөкмәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть