Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй Хоккей федерацияһы Өфөнөң донъя чемпионатын үткәреүгә әҙерлек кимәлен тикшерәсәк

Йәмғиәт

Киләһе аҙнала Рәсәй Хоккей федерацияһы вәкилдәре Өфөгә эш визиты менән килә. Был хаҡта 7 ноябрҙә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса Донъя чемпионатына әҙерлек мәсьәләләренә арналған видеоселектор кәңәшмәһендә билдәле булды. Унда Рәсәй Хоккей федерацияһының Ярыштар үткәреү буйынса идаралығы начальнигы Николай Урюпин, Башҡортостандың Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса идаралығы начальнигы Александр Ефимов, ойоштороу комитетының эш төркөмдәре етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә бөтә йүнәлештәр буйынса хәл ителмәгән мәсьәләләр билдәләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хоккей буйынса донъя беренселеге матчтары 2012 йылдың 26 декабренән 2013 йылдың 5 ғинуарына тиклем үтә. Билеттар «Өфө-Арена» һәм Спорт һарайы кассаларында, шулай уҡ www.ticket.ufa2013.net сайтында һатыла, тип хәбәр иттеләр чемпионаттың матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть