5 декабрь, Дүшәмбе

08 ноябрь 2012 йыл, 10:45

Баш ҡалала 2012 йылғы билбау көрәше буйынса Планета кубогы старт алды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

Өфөлә «Динамо» спорт комплексында билбау көрәше буйынса Донъя кубогы старт алды. Ярыштарҙа Рәсәй, Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Греция, Грузия, Израиль, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Литва, Молдова, Монголия, Норвегия, АҠШ, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, Швеция, Эстония – йәмғеһе 22 илдән спортсылар ҡатнаша. Турнирҙы ойоштороусылар булып Халыҡ-ара билау көрәше федерацияһы, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһай.

Рәсәй йыйылма командаһында – 40 спортсы. Улар араһында Башҡортостандан 11 көрәшсе бар.

— Башҡортостан билбау көрәше өсөн традицион майҙан булып тора. Бында Рәсәй йыйылма командаһының төп өлөшөн тәшкил иткән спортсылар бик күп, — тине ярыштар алдынан үткән матбуғат конференцияһында Халыҡ-ара билау көрәше федерацияһы президенты Людмила Ғәйнанова.

Матбуғат конференцияһында шулай уҡ Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты Морис Йосопов, БР йәштәр сәйсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов һәм Планета кубогында ҡатнашыусы Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ринат Еникеев ҡатнашты.

Сараны асыу тантанаһында Рәсәй төбәктәре һәм республика райондары вәкилдәренә бүләктәр – спорт формаһы һәм көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр алыуға сертификаттар тапшырылды.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән спортсыларҙы һәм турнир ҡунаҡтарын республика Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиев сәләмләне.