9 декабрь, Йома

08 ноябрь 2012 йыл, 10:01

Башҡортостан Хөкүмәтендә килемгә һалымдың кәмеү сәбәптәре тикшерелде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

БР Хөкүмәте президиумының 7 ноябрҙә үткән ултырышы 2012 йылдың туғыҙ айына Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү йомғаҡтарына арналды. Ултырыш БР Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үтте. Килемгә һалымдың кәмеү сәбәптәренә һәм федераль средстволарҙың тейешле кимәлдә үҙләштерелмәүенә айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

— Дөйөм алғанда туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса бюджетты үтәү һөҙөмтәләре ыңғай. Килем алыу буйынса планды арттырып үтәп барабыҙ, ҡаҙнаға керем буйынса ла, былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес яҡшы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә ҡайһы бер һалым төрҙәре, атап әйткәндә, ойошмалар килеменә һалым буйынса проблемалар хаҡында ла әйтмәй булмай. Ҡайһы бер ҙур предприятиелар килемгә һалымдың кәмеүенә юл ҡуйған. Был беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй.

Улар иҫәбендә – «Башҡортостан генерациялаусы компанияһы», «Газпром трансгаз Өфө», «Башкирэнерго», «Уралсиб», Рәсәй Һаҡлыҡ банкы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, «Салауатбыяла», «Өфөнефтехим», «Новойл», «Фармстандарт–ӨфөВита». Улар түләгән дөйөм һалым былтырғы менән сағыштырғанда 2,5 миллиард һумға кәмегән.

БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина билдәләүенсә, дөйөм алғанда бындай күренеш 29 ҙур предприятиела күҙәтелә.

— Был предприятиелар менән нығыраҡ эшләргә, уларҙың һөҙөмтәлерәк эшләй алыуын иҫбатларға кәрәк, сөнки алынып етмәгән аҡсалар – ул төҙөлөп бөтмәгән юлдар, мәктәптәр, дауаханалар, бала баҡсалары. Был предприятиела эшләгәндәр ҙә, башҡалар кеүек үк, ошо уҡ инфраструктураны файҙалана, уларҙың да балалары бала баҡсаларына йөрөй, йә унда сиратта тора. Шуға күрә завод директорҙарына уларҙың дөрөҫ юлдан бармауын аңлатырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Президент йәнә бер етди проблема – федераль средстволарҙы үҙләштереү мәсьәләһе хаҡында әйтте.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ федераль үҙәктән республика бюджетына финанс ярҙам йәлеп итеү буйынса ла, артабан уларҙы үҙләштереү буйынса ла эшләп еткермәйбеҙ. Федераль структураларҙан алынған аҡсаны йыш ҡына дөрөҫ үҙләштерә алмайбыҙ, шуға күрә уларҙың ниндәйҙер бер өлөшөн кире ҡайтарырға тура килә. 1 октябргә федераль средстволарҙың 74 проценты үҙләштерелгән. Беҙ иһә уларҙы тулыһынса тотонорға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров, БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алекей Карпухин, БР мәғариф министры урынбаҫары Марат Шмаков бүленгән федераль ресурстарҙы үҙләштереү һәм 2013 йылға уларҙы йәлеп итеү тураһында һөйләне.