9 декабрь, Йома

07 ноябрь 2012 йыл, 16:31

Төбәктә үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештереү буйынса тармаҡты үҫтереү планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн химик һәм биологик саралар етештереү тармағын үҫтереү планлаштырыла. Бының өсөн кәрәк булған барлыҡ ресурстар, шул иҫәптән етештереү ҡеүәттәре, ғилми эшләнмәләр һәм кадрҙар төбәктә бар, тип билдәләнеләр 7 ноябрҙә Республика йортонда кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. Сара төбәктә үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн химик һәм биологик саралар етештереү мәсьәләләренә арналды.

— Үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн махсус саралар ҡулланмай тороп, артабан ауыл хужалығын үҫтереп булмаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Бөгөнгө көнгә илдә етештерелгән агрохимикаттарҙың дөйөм күләмендә республика өлөшө «Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһы етештергән продукция иҫәбенә өс процент тәшкил итә.

— Ҡытайҙағы, Швейцариялағы һәм Һиндостандағы беҙҙең конкуренттар бының менән әүҙем файҙалана. Киләсәктә Рәсәйҙең үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары импортына бәйле булыуы ла бар. Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиелары ауыл хужалығы культураларын эшкәрткәндә йыл һайын яҡынса 800 миллион һум суммаға мең тоннанан ашыу гербицидтар ҡуллана, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һүҙҙәренсә, пестицидтар менән эшкәртелгән баҫыуҙар өлөшө республикала әлеге ваҡытта 39 процент тәшкил итә. Уртаса ил күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был яҡынса ике тапҡырға кәмерәк. Шул иҫәптән гербицидтар өлөшө Башҡортостанда 84 процентҡа етә.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, төбәктә үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларының ҡулланылыуы зона һәм райондар буйлап ныҡ айырыла. Мәҫәлән, үҙәк райондарҙа бындай саралар тулы кимәлендә ҡулланылһа, Урал аръяғы, төньяҡ-көнсығыш райондарында үҫемлектәрҙе һаҡлау химик утауға ғына ҡайтып ҡала. Үҫемлектәрҙе һаҡлау эштәрен тулы кимәлдә үткәреүҙә тотҡарлап торған йәнә бер фактор – ул препараттарҙың ҡиммәт булыуы.

Һөҙөмтәлә республикала йыл һайын 420 мең тоннаға тиклем иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары сәселә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың 70 проценты ғына эшкәртелә. Тулыһынса эшкәртелгән хәлдә, йәнә 50 тонна химик препарат кәрәк.

Химик утау шулай уҡ 70 процент майҙанда үткәрелә. Тулыһынса эшкәртеү өсөн өҫтәп 190 тонна препарат кәрәк.

«Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһы нигеҙендә гербицидтар етештереүҙе ойоштороу планлаштырыла. Яңы препараттар нәҡ бында эшләнә башларға тейеш. Проект яҡынса 50 миллион һум торасаҡ.

«Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһы директоры Александр Колбин һүҙҙәренсә, йыл һайын бында өс препарат эшләү һәм уларҙы һынау планлаштырыла.