7 декабрь, Шаршамбы

07 ноябрь 2012 йыл, 14:27

Яңауыл районында Шәжәрә байрамы үтте

автор: Людмила Терновая

Яңауыл районының Ҡом ауылында тәүгә Шәжәрә байрамы үткәрелде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Сараны ойоштороусылар булып Ҡарман ауыл мәҙәниәт йорто һәм Ҡом клубы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Ауыл аҡһаҡалдары менән бергә улар тикшеренеү эштәрен башҡарған, шәжәрәләр төҙөгән, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен ойошторған, концерт программаһын әҙерләгән. Сабирйәновтар, Абзаловтар, Ғабдрахмановтар ғаиләләре туғыҙ быуынын йыйнаулап, үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөгән. Сарала әүҙем ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр алды.

Халыҡ байрамында йәштәрҙең ҡатнашыуына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Үҫеп килеүсе быуын ауыл тарихы менән танышты, ауылдаштарының хәтирәләрен тыңланы. Байрам матур концерт менән тамамланды.

темалар: байрамдар