8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2012 йыл, 13:06

Республикала «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы тураһында Положение раҫланды

автор: Галина Бахшиева

Республикала «Ҡандракүл» тәбиғәт паркы тураһында Положение раҫланды. БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылған да инде.

— Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына «Ҡандракүл» тәбиғәт паркына Туймазы урман хужалығының Ҡандра участка урман хужалығы территорияһынан айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларына ҡараған урман фонды участкаларын сикләнмәгән ваҡытҡа даими файҙаланыуға бирергә ҡушылды, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Күрһәтмә үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаевҡа йөкмәтелде.