8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2012 йыл, 12:22

Башҡортостанда 2013 йылда «500 ферма» программаһында 90-ға яҡын хужалыҡ ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

2013 йылда «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында Башҡортостандың 90-ға яҡын фермер хужалығы ҡатнашасаҡ.

Матбуғат конференцияһында БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов хәбәр итеүенсә, 2012 йылда «500 ферма» программаһында ҡатнашыуға 86 ауыл хужалығы предприятиеһы заявка биргән. Уларҙың 60-тан ашыуы һөт-тауар фермаларын төҙөү, реконструкциялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Ағымдағы йыл аҙағынаса республикала 70-кә яҡын бындай объект ремонтланасаҡ.

— Бер ферманы яңыртыуға уртаса 30-40 миллион һум аҡса кәрәк. Шул уҡ ваҡытта яҡынса 10-12 миллион һум аҡсаны, йәғни сығымдарҙың 30-40 процентын ауыл хужалығы етештереүселәре субсидия формаһында аласаҡ, — тип хәбәр итте Фларис Шәйхетдинов.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көнгә республиканың яҡынса 40 хужалығы бындай субсидия алған да инде. Техника, ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алыуға һәм төҙөлөш-монтажлау эштәренә бирелгән түләүҙәрҙең дөйөм күләме хәҙер 150 миллион һумға етә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл старт алған «500 ферма» республика маҡсатлы программаһына Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә һәм Стәрлетамаҡ райондары әүҙем ҡушылды.

Республиканың Краснокама, Салауат, Илеш һәм Иглин райондары хакимиәттәре лә программала ҡатнашҡан үҙҙәренең хужалыҡтарына ҙур ярҙам күрһәтә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фермаларҙа хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Хужалыҡтарҙа яңы силос-сенаж ҡоролмалары, юлдар төҙөлә, тоҡомло мал, шулай уҡ төрлө техника һәм ҡорамалдар һатып алына.