Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

8 ноябрҙә Өфөлә күсемһеҙ милек форумы асыла

Иҡтисад

8 ноябрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт йортонда Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумы асыла. Бер юлы бында «Күсемһеҙ милек. Көҙ-2012» экспозицияһы ойоштороласаҡ. Төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән ойошторолған саралар 10 ноябргә тиклем дауам итә.

Тәүге көндө «2012 йылдың көҙөнә БР һәм Өфөнөң инвестициялар, төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек баҙарындағы хәлдәр. Торлаҡ төҙөүгә территорияларҙы комплекслы үҙләштереү өсөн ер участкалары етешмәү мәсьәләләре» темаһына пленар ултырыш үтә. Уның эшендә власть органдары вәкилдәре, төҙөүселәр, инвесторҙар, кредит ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр ҡатнашасаҡ.

Йома, 9 ноябрҙә, «Ипотека һәм кредит көнө» үтә, уның сиктәрендә граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар аласаҡ.

Сараларға теләгән һәр кем килә ала. Инеү бушлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть