9 декабрь, Йома

07 ноябрь 2012 йыл, 11:09

Төбәктең юғары уҡыу йорттары студенттары Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте стипендиялары юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә белем алған, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлетә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән студенттарға һәм аспиранттарға ярҙам итеү өсөн булдырылған.

Башҡортостанда 2012-2013 уҡыу йылында ил башлығы стипендияларын 27 студент һәм 7 аспирант аласаҡ. Уларҙың күпселеге Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала. РФ Президенты стипендиялары менән әлеге университетта уҡыған 19 студент һәм 4 аспирант билдәләнгән. Шулай уҡ исемлектә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан – 4 студент, Башҡорт дәүләт университетынан һәм Өфө дәүләт нефть техник университетынан – икешәр студент һәм берәр аспирант, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетынан 1 аспирант бар.

РФ Хөкүмәте стипендияларына 66 кеше лайыҡ булды. Бында шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты алдынғылыҡты бирмәй: 48 студент һәм 7 аспирант. Артабан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (4 студент), Башҡорт дәүләт университеты (3 студент һәм 1 аспирант) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты (3 студент) килә.

Стипендиаттарҙың тулы исемлеге бында урынлаштырылған.