8 декабрь, Кесе йома

07 ноябрь 2012 йыл, 10:30

Башҡортостан Президенты һәм ГосНИИгенетика белгестәре төбәктә сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда биополимерҙар етештереү буйынса ике завод төҙөү планлаштырыла. Улар Бөрө һәм Благовещен ҡалаларында урынлашасаҡ.

— Сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү буйынса беҙҙә етди пландар бар. Мәҫәлән, Бөрөлә һәм Благовещенда биополимерҙар етештереү буйынса ике завод төҙөргә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте республика Президенты Рөстәм Хәмитв 6 ноябрҙә Өфөлә үткән төбәктә сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә.

Тармаҡ мөмкинлектәрен БР Президенты ГосНИИгенетика вәкилдәре менән тикшерҙе.

— Биотехнологиялар мәғлүмәт һәм нанотехнологиялар менән бер рәттән ил иҡтисадының инновацион секторын нығытыуҙың төп йүнәлештәре булып тора. 2020 йылға тиклем биотехнологияларҙы үҫтереү буйынса быйыл ҡабул ителгән федераль программа биотехнологиялар ҡулланылған продукттар етештереү күләмен 30 тапҡырҙан ашыуға арттырыуҙы күҙаллай. Күпселек йәһәттән был күләмдәр сәнәғәт биотехнологияларын тиҙ үҫтереү иҫәбенә артырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һүҙ яңы тармаҡ булдырыу тураһында бара, күләмдәре буйынса ул файҙалы ҡаҙылмалар нигеҙендәге традицион производстволарҙан ҡалышмаҫҡа тейеш.

Әлеге ваҡытта Рәсәй биотехнологиялар үҫеше буйынса донъя кимәлендә бик артта ҡалған, ә 1980-се йылдарҙа әле илебеҙ биотехнология продукттары етештереү буйынса Америка Ҡушма Штаттарынан ғына ҡалышҡан. Бының төп сәбәбе, БР Президенты билдәләүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән биотехнология һәм фармацевтика продукцияһының күпселек өлөшөнөң конкурентлыҡҡа һәләте түбән булыуында, ғилми эшләнмәләрҙе тейешле кимәлдә финансламауҙа һәм квалификациялы кадрҙар етешмәүҙә.

— Тармаҡты тейешле кимәлдә ойоштороу, системаға һалыу етешмәй, — тине ГосНИИгенетика предприятиеһының ғилми етәксеһе Владимир Дебабов.

ГосНИИгенетика белгестәре биотехнологиялар тармағын үҫтереү буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәре менән бүлеште, перспективалы йүнәлештәр хаҡында һөйләне.