Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

12 ноябрҙә Өфөлә «Азия сәскәләре» милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты үтә

Йәмғиәт

12 ноябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Азия сәскәләре» милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты үтә. Әлеге фестиваль мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Президенты грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде. Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы һәм төбәктең Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһаны. Азия халыҡтарының милли йолаларын һәм традицияларын популярлаштырыу, уларҙың бай мираҫын, тарихын һаҡлау, Азия илдәре вәкилдәрен республиканың мәҙәни тормошона йәлеп итеү, мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу «Азия сәскәләре» фестиваленең төп маҡсаттары булып торҙо.

Концерт программаһында – үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусыларҙың, шулай уҡ художестволы коллективтарҙың сығышы. Уларҙың барыһы ла республиканың милли-мәҙәни үҙәктәрендә ойошторолған  һайлап алыу турҙарын үткән. Шулай уҡ сарала билдәле «Далан» төркөмөнөң сығышы көтөлә.

Концерт 19 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть