Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

БР ауыл хужалығы министры: «Башҡортостанда малсылыҡ тармағы йылдам темптар менән үҫешә»

Иҡтисад

Башҡортостанда малсылыҡ тармағы йылдам темптар менән үҫешә, тип хәбәр итте 6 ноябрҙә үткән брифингта республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.

— 2012 йылдың туғыҙ айы эсендә беҙҙә 1,4 миллион тонна һөт, 260 мең тонна ит етештерелгән. Былтырғыға ҡарағанда был биш һәм ике процентҡа күберәк, — тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.

Министр билдәләүенсә, йыл аҙағынаса төбәктә әлеге темпты һаҡлап ҡалыу һәм һөт етештереү күләмен – 1,7 миллион тоннаға тиклем, ит етештереү күләмен 380 мең тоннаға тиклем еткереү планлаштырыла. Шулай уҡ мал һәм ҡош-ҡорт һаны буйынса ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалыу мөһим.

Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә килгәндә, аҙыҡ-түлек продукттарының сәнәғәт производствоһы индексы 2012 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда 104,5 процент тәшкил иткән. Республикала йыл башынан алып һөт продукцияһы, май, ит, кондитер изделиелары, он, ярма һәм ҡайһы бер башҡа продукция етештереү күләмдәре артҡан. Николай Коваленко һүҙҙәренсә, киләсәктә лә етештереү күләмдәренең артыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть