
Баш ҡаланың вакансиялар банкында 13 мең буш эш урыны иҫәпләнә
Өфөлә әлеге ваҡытта хеҙмәт биржаһында рәсми рәүештә теркәлгән 7200-гә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. Башҡортостан баш ҡалаһында эшһеҙлек кимәле 1,28 процентҡа тиң, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.
Ҡаланың вакансиялар банкында бөгөн 13 мең буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,58-гә тиң.
Өфөнөң хеҙмәт биржаһында әлеге ваҡытта 7600-гә яҡын кеше иҫәптә тора.








