Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

2013 йылдан башлап ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре килемгә һалымдан азат ителә

Иҡтисад

2013 йылдан башлап ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ойошмалар килеменә һалымдан азат ителә. РФ Һалым кодексына тейешле үҙгәрештәрҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин индерҙе.

— Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 284-се статьяһы 1.3 пункты менән тулыландырылды. «Кодекстың 346.2-се статьяһының 2-се пунктында ҡаралған критерийҙарға яуап биргән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм Кодекстың 346.2-се статьяһының 2-се пункты һәм 2.1-се пунктының 1-се ярҙамсы пунктында ҡаралған критерийҙарға яуап биргән балыҡсылыҡ хужалығы ойошмалары өсөн улар менән етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға, шулай уҡ әлеге һалым түләүселәр менән етештерелгән һәм эшкәртелгән ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға бәйле эшмәкәрлек буйынса һалым ставкаһы 0 процент күләмендә билдәләнә», тиелә унда, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әлеге норма 2013 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть