7 декабрь, Шаршамбы

06 ноябрь 2012 йыл, 14:26

Өфөлә 19 меңдән ашыу эшһеҙ халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында эшкә урынлашҡан

автор: Галина Бахшиева

2012 йыл башынан алып 19 меңдән ашыу өфөлө баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында эшкә урынлашҡан.

Яҡынса шуның сама уҡ кеше эш эҙләүселәр булараҡ иҫәпкә ҡуйылған. 13 меңдән ашыу кеше эшһеҙ тип танылған, 15 меңгә яҡыны иҫәптән төшкән.

Йәнә 2200-ҙән ашыу кеше хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытырға ебәрелгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.