10 декабрь, Шәмбе

06 ноябрь 2012 йыл, 13:30

12-18 ноябрҙә Бөтә донъя эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

автор: Любовь Колоколова

12-18 ноябрҙә бишенсе тапҡыр Бөтә донъя эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә. 100-ҙән ашыу илде үҙ эсенә алған был ҙур проект эшҡыуарлыҡ мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм йәштәрҙең мөмкинлектәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Проектты ойоштороусылар ҙа эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһынған, идеялары һәм белемдәре менән уртаҡлашырға теләгән, эшҡыуар булыу теләге менән янған йәштәрҙе берләштереү маҡсатын күҙ уңында тота.

Аҙналыҡ сиктәрендә белем биреү учреждениеларында эшҡыуарлыҡ дәрестәре, бизнес вәкилдәре ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, тематик конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһынан билдәләүҙәренсә, республикала йәштәр эшҡыуарлығына ҙур иғтибар бүленә, йәш эшҡыуарҙар -  бәлкәй предприятие етәкселәре араһында йыл һайын конкурстар үткәрелә. Йола буйынса, һөнәри бәйгеләргә йомғаҡ ноябрҙә яһала. Әлеге ваҡытта II «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар – үҫеш территориялары» республика форум-күргәҙмәһенә әүҙем әҙерлек бара, сара 30 ноябрҙә Стәрлетамаҡта үтә.

темалар: эшҡыуарлыҡ